Сараны Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, «Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте ойоштора. Фестиваль барышында ҡала халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары төбәк туроператорҙарының тәҡдим иткән хеҙмәттәр менән таныша ала. Шулай уҡ шифаханалар, туристик базалар һәм башҡа ял урындарының презентацияһы уҙғарыласаҡ.
– Быйыл 2,3 миллион туристы ҡабул итергә планлаштырабыҙ. Башҡортостан ҡунаҡтары яҡшы тәьҫораттар менән китһен өсөн улар өсөн күп программалар әҙерләйбеҙ, – ти Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Байрам ҡунаҡтары туристик тармаҡ өсөн сувенир продукцияһы һәм ҡорамалдар, техника, модулле конструкциялар күргәҙмәһен ҡарай, билдәле һөнәрселәрҙең һәм халыҡ-художество кәсептәре оҫталарының конкурстарында һәм оҫталарының оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарай ала.