

«Һеҙҙең отрядҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Ярҙамға мохтаждарға япҙам итеү беҙҙең республикала йолаға әүерелгән. Ярҙам бик урынлы һәм юғары професиональ кимәлдә булды. Һеҙҙең алты кешене, шул иҫәптән ике баланы ҡотҡарыуығыҙ бик мөһим. Бик ҡатмарлы шарттарҙа эшләнегеҙ. Беҙ шулай уҡ Төркиәгә – 25 һәм Сүриәгә 18 тонна гуманитар ярҙам ебәрҙек», – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр Дәүләт комитетының ҡотҡарыу хеҙмәтенең үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Денис Ғабдрахимов, Өфө ҡалаһының гарждандарҙы һаҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Алесандр Григорьев, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр Дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең оператив бүлеге начальнигы Надежда Отвесова бүләкләнде.