Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2023, 12:26

Самокаттың тиҙлеге күпме булырға тейеш?

Беҙҙең илдә электр самокаттарында, гироскутерҙарҙа, монотәгәрмәстәрҙә йөрөүгә ҡағиҙәләр индерелә.

Самокаттың тиҙлеге күпме булырға тейеш?
Самокаттың тиҙлеге күпме булырға тейеш?

1 марттан уларға тиҙлек сикләнәсәк, юлдарға махсус билдәләр ҡуйыласаҡ. Яңы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса, сәғәтенә 25 саҡрымдан да шәберәк йөрөргә рөхсәт ителмәй. Электр самокаттарында юлдың уң яғында йөрөргә ярай. 

Үрҙә аталған транспорт менән тротуарҙа йөрөгәндә йәйәүле өҫтөнлөк итә. Йәғни, йәйәүле кеше самокатлыға юл бирергә бурыслы түгел.

Юл билдәләренә килгәндә, электросамокат, гироскутер, монотәгәрмәстә йөрөүселәр иғтибарлы булырға тейеш – билдәләр хәрәкәткә йә рөхсәт итәсәк, йә тыясаҡ. Бындай билдәләрҙе, юл шарттарын һәм инфраструктураны иҫәпкә алып, урындағы властар теләге буйынса ҡуясаҡтар.

Айырым юл ҡағиҙәләре кәрәк. Сөнки, әйтәйек, электр самокатында ғына нисәмә кеше машинаға бәрелде? Үлеүселәр ҙә булды бит... Йылы миҙгел етеүгә йәйәүлеләр ҡурҡып тора - тротуарҙа йә велосипедсылар бәреп китә, йә самокатсылар.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: