

РФ Федерация Советы ағзаларынан һәм ЛДПР фракцияһы депутаттарынан яңы тәҡдим: әгәр ҙә ғаиләнең килеме ике төбәк йәшәү минимумынан түбән булһа, яңы тыуған сабый өсөн 30 мең күләмендә (был уртаса сумма) сертификат тапшырырға.
“Яңы тыуған бала өсөн сертификат тураһында” закон проекты әҙерләнгән. Уны ҡабул итһәләр, сертификатты бәпескә кәрәк-яраҡ алыуға тотонорға мөмкин буласаҡ. Түбән килемле ғаиләләргә хатта коляска алыуы ла ауырға төшөүе ихтимал. Бынан тыш, памперстар, бишек, карауат, ванна кеүек нәмәләр ҙә кәрәгә. Студент ғаиләләренә лә ярҙам булыр ине, тиҙәр.
Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған түләү бар. Уның суммаһы быйыл 22 909 һум. Парламентарийҙар белдереүенсә, был сумма сабыйға әйбер алыуға етмәй.
Әйткәндәй, сертификатты беҙҙең илдә даими йәшәүсе ғаиләләргә генә бирергә ниәтләйҙәр.
Фото: РИА-Новости.