Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2023, 11:15

РӘХМӘТЛЕМЕН !

Йырсы Светлана Насырованың көн дә әйтелә торған рәхмәттәре! Ә һеҙ рәхмәттәр әйтеп йәшәйһегеҙме?   💫 Иртән уянғаным өсөн! Донъяла меңәрләгән кеше был иртәлә уяна алмай. 💫 Яҡты көнөм, тыныс күгем өсөн! Ҡайҙалыр күктәр гөрһөлдәй, көндәр хәүеф аҫтында. 💫 Үҙ аяҡтарыма баҫып атлап киткәнем, үҙ ҡулдарым менән тотоп ашай алғаным өсөн! Кемдәрҙер реанимацияла ята, кеше көнлө. 💫 Өҫтәлемдәге хәләл ризығым өсөн! Ҡайҙалыр кешеләр аслыҡтан үлә.

РӘХМӘТЛЕМЕН !
РӘХМӘТЛЕМЕН !

💫 Йүгереп барыр эшем, эшләп тапҡан аҡсам өсөн! Бәғзеләрҙең эшләр мөмкинлеге юҡ, кемдер коляскала ултыра.

💫 Иртән мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына ашыҡҡан мәшәҡәттәрем өсөн! Кемдәрҙеңдер көйөп-һөйөр хәстәре юҡ.

💫 Сәләмәт һәм тиктормаҫ балаларым өсөн! Ҡайһыларҙың иларлыҡ та балаһы юҡ.

💫 Һағынып көтөп алған атай-әсәйем өсөн! Бик күптәҙең ҡайтып төшөр нигеҙе юҡ.

💫 Ҡорған донъяларым һәм яулаған уңыштарым өсөн! Кемдәрҙәлер был да юҡ.

💫 Бөгөнгөмә еткергән үткән ғүмерем өсөн! Ҡайһы берәүҙәр минең йәшемә лә етмәгән.

💫 Күккә сөйгән шатлыҡтарым, ҡанатлы миҙгелдәрем өсөн! Улар мине хисле иткән.

💫 Мөйөшкә һалып тапаған ауыр хәлдәрем һәм күҙ йәштәрем өсөн! Улар мине көслө иткән, аҡыл һәм һабаҡ биргән.

💫 Яҙмышыма осраған төрлө-төрлө кешеләр өсөн! Ҡайһылары бәхетле иткән, ҡайһылары тормош тәжрибәһе биргән.

💫 Һәр саҡ янымда һәм йөрәгемдә булған Аллаһы тәғәлә өсөн! Ул мине бар иткән, һаҡлап тора, нисек бармын шулай ярата!

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас