Ләләләр
Яҙҙар еткән һайын, ни мөғжизә,
Һуштарымды ала ләләләр!
Улар ғүмере – бер мәл генә, аңла,
Ләләләргә яттыр бәләләр.
Бер мәл генә ерҙе биҙәйҙәр ҙә
Ашығалар алыҫ офоҡҡа.
Иртә яҙҙан улар сәләм әйтеп,
Бойоғалар кеүек тик юҡҡа.
Гөлтләп һүнгән һөйөү билгеһеме
Күҙҙең яуын алған ләләләр?
Яҙ саҡырған ошо сәскәләрҙе
Һалҡындарҙан ҡурсып, кем йәлләр?
Ә ләләләр тағы яҙын көтөр...
Көсөн туплар, бер илар ҙа һулҡып.
Һин уларҙан күреп аңла шуны:
Һөйөү – мулҡып кире килер тулҡын.
Гөлназ Ҡотоева