Атап әйткәндә, 27 февралдә ҡар яуыуы, урыны менән көслө ҡар яуыуы, көндөҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран сығыуы, электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 1,-4 градус тәшкил итәсәк.
Шишәмбе, 28 февралдә, бер аҙ ҡар яуа, төндә ҡайһы бер көньяҡ райондарҙа көслө ҡар яуа. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -2,-7, көндөҙ -1,-6 градус була.
Фото: Т. Аманов