Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2023, 12:21

“Иранда эшләнгән”

Былтыр Рәсәйҙән күп кенә компания китте. Барыһына ла Көнбайыштың санкциялары ғәйепле. Ярай, киткәндәр китә бирһен, кем әйтмешләй, изге урын буш тормаҫ. Һәм тормаясаҡ та. Мәҫәлән, Европа кейемдәренә алмашҡа Ирандан алыуыбыҙ ихтимал. Дөрөҫөрәге, Ирандан да. Беҙгә кейем-һалым төрлө яҡтан килә.

“Иранда эшләнгән”
“Иранда эшләнгән”

Быйыл уҡ Рәсәйҙә Иран етештереүселәренең 15 – 20 бренды һатыла башлауы күҙаллана. Улар бер нисә көн элек кенә һөйләшеү өсөн килеп киткән, хәҙер буласаҡ партнерҙарға сауҙа майҙандары әҙерләнә.

Ирандың Abbas, Rasoul, Hassan, Romina, Kiana (эске кейем), Samira, Jila (ҡатын-ҡыҙҙар кейеме), Alireza (джинсы кейемдәр) маркалары киләсәк. Берәүһе хатта һатыуға (15 млн долларлыҡ тауарын) килешеү ҙә төҙөргә өлгөргән. Артыҡ ҡиммәтле лә булмаясаҡ, тиҙәр. Һәр хәлдә Төркиә кейем-һалымынан арзаныраҡ хаҡ вәғәҙә итәләр.

Әйткәндәй, былтыр йыл дауамында Рәсәйҙән көнкүреш техникаһы, автомобиль, кейем, спорт тауарҙары һатыусы, йәмәғәт туҡланыуы компанияларынан 46 бренд сығып киткән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: