Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2023, 15:00

Хәрби операцияла ҡатнашыусылар республика шифаханаларында һаулығын нығыта ала

Бының өсөн республика бюджетынан 100 млн һум аҡса бүленгән.

Хәрби операцияла ҡатнашыусылар республика шифаханаларында һаулығын нығыта ала
Хәрби операцияла ҡатнашыусылар республика шифаханаларында һаулығын нығыта ала

«2023 йылда Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын Башҡортостан шифаханаларында сәләмәтлеген нығытыу өсөн республика бюджетынан 100 млн һум аҡса бүленә», – тип хәбәр итте бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР ер һәм мөлкәт  мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.   

 Ғинуарҙа был маҡсатҡа конкурс нигеҙендә 12 шифахана һайлап алынған. Планлаштырылыуынса, был льгота менән 1,5 мең кеше файҙалана аласаҡ. Махсус операцияла ҡатнашыусы бер кешегә путевканың хаҡы 14 көн дауаланыуға 60,2 мең һум тәшкил итә. 

Министрлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, шифаханаларҙа 259 кеше һаулығын нығытҡан,   шул иҫәптән  47 хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы, 60 уларҙың ғаилә ағзаһы  һәм 29 һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре, 123 инвалид һәм Луганск халыҡ республикаһы ветераны.  

Наталья Полянская һәр шифахана үҙенең сәләмәтләндереү пограммаһын булдырыуын билдәләне.   

Башҡортостан Башлығы  был йүнәлештәрҙе хәрбиҙәрҙе ебәргәндә иҫәпкә алырға ҡушты. «Дауаланыу файҙаға булырға тейеш», – тине ул.   

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: