+9 °С
Болотло
26 февралдә Өфөнөң Магистраль урамында 10 йәшлек малай эте менән бергә люкка ҡолаған, тип хәбәр итә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Ярҙамға ведомство ҡотҡарыусылары һәм табиптар килә. Тиҙҙән бала менән хайуан люктан сығарыла. Табиптар ҡарағандан һуң зыян күреүселәр йорттарына ҡайтарыла.
Фото: Т. Аманов