Был уҙған аҙнаға ҡарағанда 16 процентҡа күберәк. Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.
Республиканың инфекция госпиталдәрендә коронавирус менән ауырыусыларҙы дауалау өсөн 340 койка-урын булдырылған. Уларҙың 33 проценты әлегә буш.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә 296 кешенең ковид менән ауырыуы билдәле булған. 156 пациент дауаханала медицина ярҙамы ала. Уларҙың күбеһе – оло йәштәгеләр. 2000-дән ашыу кеше өйҙә амбулатор шарттарҙа дауалана.
Азат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, ОРВИ менән ауырыусылар һаны ла арта. 10 мең кешегә был күрһәткес 99,9 процент тәшкил итә, был уҙған аҙна менән сағышытырғанда, 3,9 процентҡа күберәк.
Фото:Т.Аманов.