Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраля 2023, 17:30

Белореттар бик кәрәкле эшкә дәррәү ҡушылған

Район етәксеһе Андрей Иванюта белдереүенсә, улар тиҙҙән махсус хәрби операцияға мобилизацияланған яҡташтар янына барасаҡ. Район-ҡала халҡы ярҙамында гуманитар йөк туплана: яугирҙәр һорауы буйынса эске кейем, һабын-маҙар, бирсәткәләр, батарейкалар, күбекле түшәктәр, дарыуҙар, тәмәке, консервалар кеүек кәрәкле әйберҙәр әҙерләнгән. Йөктә шулай уҡ мейестәр, итектәр, газ баллондары, бензобысҡылар, генераторҙар, портатив плитәләр, рулонлы фольгоизолон да тупланған. Иң ҡәҙерлеһе - егеттәргә адреслы посылкалар, хаттар ҙа буласаҡ.

Белореттар бик кәрәкле эшкә дәррәү ҡушылғанБелореттар бик кәрәкле эшкә дәррәү ҡушылған
Белореттар бик кәрәкле эшкә дәррәү ҡушылған

Гумконвой составында ентекле әҙерләнгән һәм бар кәрәк-яраҡ һалынған ике УАЗ автомобиле лә оҙатыласаҡ. Береһен Белорет эшҡыуарҙары - Фазыловтар ғаиләһе биргән. Икенсе "буханка"ны район халҡы һәм эшҡыуарҙары ярҙамында һатып алғандар.

Ауыл Советтары ла әүҙем ярҙам итә. Унда кешеләр аҡса йыя, йөн ойоҡ бәйләй, окоп шәмдәре, маскировкалау селтәрҙәре эшләй, оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек тапшыра.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас