Унда Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән белем биреүҙең был төрөн ҡулланыусы ойошмалар саҡырыласаҡ. Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева хәбәр итте.
Әйткәндәй, беҙҙең республика Рәсәй төбәктәрендә һәм СНГ илдәрендә полилингваль һәм полимәҙәни белем биреүҙе үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен өйрәнә. Был тармаҡта Төньяҡ Осетия, Татарстан, Удмурт республикалары һәм Пермь крайы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек барлыҡҡа килде.