Башҡортостан етәксеһе социаль селтәрҙә яҙыуынса, "Урал" компанияһы Өфө районында бал ҡорто балауыҙы гранулалары сығарыуға тотонған. Был продукция фармацевтикала, ауыл хужалығында бик кәрәк.
"Бындай балауыҙ менән, мәҫәлән, дарыуҙарҙың өҫтөн, шулай уҡ оҙаҡ һаҡланһын өсөн емештәрҙе ҡаплайҙар. Тулы ҡеүәтенә предприятие бер сәғәттә 500 кг-ға тиклем гранула етештерә ала. Айына 30 - 50 тонна була", - тип яҙған Радий Хәбиров.
Сеймал менән үҙебеҙҙең ҡортсолар тәьмин итәсәк. Предприятие 2021 йылда Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү фондынан 13 млн һум күләмендә льготалы займ да алған.
Фото: vk.com (Радий Хабиров).