Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2023, 11:10

Һарттар араһының шәжәрәһе нисек башланған?

Бер нисә көн элек Күгәрсен районының Бикбулат ауылында "Беҙ Ҡыпсаҡ ырыуы, Лоҡман Хәким нәҫеленән" тип аталған шәжәрә байрамы үткәйне. Унда күп ғаилә, туған-тыумаса осрашты, ырыуҙың ара-аймаҡтары менән таныштырҙылар. Түбәндә - Һарттар араһы тарихы.

Һарттар араһының шәжәрәһе нисек башланған?
Һарттар араһының шәжәрәһе нисек башланған?

Был турала "Бәйләнештә" селтәренең ауыл төркөмөндә яҙалар («Трезвое село-2022» д.Бикбулатово (vk.com)).

Ҡыпсаҡ ырыуының Һарттар араһының тарихы

Яҡшығолдоң улы Игебай 1755 йылда Батырша болаһында һәләк була. 1755 йылдың 10 июнендә бөтә башҡорт халҡы бер көндә, бер төндә бола башларға тейеш була, әммә халыҡ сабыр ҡыла алмайынса теүәл бер ай элек башлап ебәргән. Ә, хөкүмәт был яңылышлыҡтан файҙаланып күп ғәскәр ебәрә, һәм башҡорттарҙы ҡыйрата башлай. Күп боласы ғаиләләре менән (50 мең кеше) ҡасып сығып, ҡаҙаҡтар биләмәһенә кергән. Хөкүмәт башҡорт ерендәге ғауғаны тынысландырғас, ҡаҙаҡтарға һөжүм итмәҫкә тигән дуҫлыҡ килешеүе булған. Шунан ҡаҙаҡ ханына Рус батшаһы мөрәжәғәтнамә ебәрә. Батыршаны тотоп бирһәк - 1000 һум, башҡа командирҙарына 50-100 һум, ябай кешеләр өсөн 25 һум бүләк итәм тип, ҡаҙаҡтар башҡорттарға һөжүм иткән. Ике арала ҡаты һуғыш башлана һәм күп ҡорбандар булып, ахырҙа башҡорттар еңелеп, ҡаҙаҡтар кешене йөҙәрләп, меңәрләп хөкүмәткә тапшырған. Малдарын талап, ҡатын-балаларын әсир итеп, Үзбәкстан, Төркмәнстан яҡтарына алып киткәндәр. Шулар араһында Игебай олатайҙың бик һылыу 25-35 йәштәр тирәһендәге ҡатыны булған. Уны Үзбәкстанға һатҡан булғандар. Инәйебеҙҙең күп тә үтмәй улы тыуа, үзбәктәр уға Йәтим тип исем ҡуша. Күпмелер ваҡыт үткәс, әсирлектә үлгәнсе үҙ илемә ҡайтып үләйем, ни булһа ла булыр тип, Йәтимде алып, инәйебеҙ ҡасып китә һәм мең михнәт кисереп, оҙон юлдар үтеп, айҙар үткәс, ошо үҙебеҙҙең бабайҙар йәшәгән Эйек буйына килеп сыҡҡан. Туғандары Йәтимде тәрбиәләп үҫтереп, өйләндереп, мал-тыуар биреп сығарған. Йәтимдең балалары Иҫәнғилде, Байрамғол, Һөйәрғол бабайҙар булып, беҙҙең араны Үзбәкстан, йәғни һарттар араһы тип атағандар. Йәтим бабайҙы, һарттар араһының башын Үзбәкстанда тыуып ҡайтҡанлыҡтан, һарт (үзбәк) тип атағандар икән.

Бикбулатта Һарттар араһынан Кинйәбаевтар йәшәй. Тарихы, билдәле шәхестәре, арҙаҡлы кешеләре менән данлыҡлылар.

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2022 #АйыҡАуыл2022 #ТрезвыйБашкортостан #БикбулатАуылы #ДеревняБикбулатово #УральскийСельсовет

"Айыҡ ауыл" проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.

Һарттар араһының шәжәрәһе нисек башланған?
Һарттар араһының шәжәрәһе нисек башланған?
Һарттар араһының шәжәрәһе нисек башланған?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: