Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2023, 20:45

Водителдәр иғтибарына!

Бөгөн киске сәғәт һигеҙҙән алып М-5 "Урал" автомобиль юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.

Водителдәр иғтибарына!
Водителдәр иғтибарына!

Насар һауа шарттарына бәйле (һепертмә буран, ныҡ итеп ҡар яуа, күреү мөмкинлеге сикләнгән) М-5 "Урал" автомобиль юлында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн М-5 "Урал" автоюлының 1194-се саҡрымынан алып 1375-се саҡрымына тиклем хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде. Сикләү ваҡыты - иртәнге сәғәт һигеҙгә тиклем (һауа шарттарына бәйле уның үҙгәреүе лә мөмкин). Көн яҡшырғанға тиклем алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ!

Юлдағылар, бик иғтибарлы булығыҙ, тиҙлек режимын үтәгеҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп йөрөгөҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: