Янғын тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан, тип фараз ителә. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй.
Уҙған тәүлектә 20 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың 17-һе торлаҡ секторында булған, 2 кеше ҡотҡарылған, 6 кеше эвакуацияланған.
Шул иҫәптән, Салауат районында, Белоретта, Мәләүездә - йорттар, Бәләбәйҙә бер бинала - иҙән, Әлшәй, Ҡариҙел, Өфө, Шишмә райондарында, Ишембайҙа - мунсалар, Ишембайҙа фатирҙа - электр сымдары, Нуриман районында - гараж, Октябрьскийҙа, Салауатта - йорт мөлкәте, Иглин, Саҡмағош райондарында - хужалыҡ ҡаралтылары, Бөрөлә бер хужалыҡта - гараж, мунса, утынлыҡ, Белорет районында утын янған.
Фото: МЧС РБ.