Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2023, 18:00

Төрөк табикмәге

Бер бешерһәң, гел шуны ғына ашағы киләсәк.

Төрөк табикмәге
Төрөк табикмәге

200 мл йылы һыуға 8 г ҡоро сүпрә һалып болғарға. Уға 120 мг он өҫтәп, полиэтилен, таҫтамал менән ябып, 20 минутҡа ултыртып торорға.

Артабан ҡабарған массаға тағы 200 мл йылы һыу ҡойорға һәм шәп-шәп бутарға. Уға 360 г он, бер балғалаҡ тоҙ өҫтәп, яҡшылап болғатып, йәнә ябып, 20 минутҡа ҡуйып торорға.

Он һибелгән өҫтәлгә (таҡтаға) бушатып, ҡамырҙы бер аҙ баҫҡыларға ла, икегә бүлеп, шар һымаҡ әүәләргә. Шунан уларҙы ҡул менән генә йәйеп-һуҙғылап, аҫтына махсус ҡағыҙ йәйелгән табаға йәки ҡалайға һалырға. Икеһен бергә ҙурыраҡ ҡалайға һалһағыҙ, бер-береһенә йәбешмәһендәр өсөн араһына ҡағыҙ ҡуйырға. Шулай 10 минут тороп торһон.

Ә был ваҡытта айырым бер һауытҡа бер ҡалаҡ онға 20 мл һыу һалып бутарға, тағы 50 мл ҡайнаған һыу ҡойорға ла бер йомортҡаның һарыһын һытып, яҡшылап бутарға. Массаны йәймәгә һыларға.

Йәймәне бармаҡтарығыҙ менән буй-арҡыры рәт-рәтләп баҫып сығырға. Өҫтөнә (әгәр теләһәгеҙ, әлбиттә) кунжут орлоғо һибергә.

250 градус эҫелектәге духовкала 15 – 20 минутта бешә. Рецепт видеояҙманан алынды.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: