Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2023, 17:30

Һәр бармаҡ бер ағза менән бәйле

Был турала күптән беләбеҙ. Бармаҡтарығыҙҙы гел ышҡып йөрөгөҙ. Бик яҡшы массаж булыр.

Һәр бармаҡ бер ағза менән бәйле
Һәр бармаҡ бер ағза менән бәйле

Тәүҙә ҡулды йыуған кеүек ыуалағыҙ. Һабынлағанһығыҙ ҙа, хәҙер шуны йыуып төшөрәһегеҙ икән, тип күҙ алдына килтерегеҙ. Ҡул йылынып китер. Ә быуындарҙы йылытыу, йәғни ҡуҙғатып ебәреү өсөн тиҙ генә йоҙроҡҡа төйнәргә лә, әкрен генә асырға. Шунан киреһенсә эшләп ҡарағыҙ: бармаҡтарҙы әкрен генә йоҙроҡҡа төйнәп, тиҙ генә асығыҙ.

Бармаҡтарҙы осонан төбөнә тиклем ыуалау ҙа файҙалы. Шуны белегеҙ: баш бармаҡ үпкә, бронхалар, бауыр өсөн “яуаплы”. Йүткереүҙе баш бармаҡты ышҡып та туҡтатып була икән.

Күрһәткес бармаҡ ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге менән бәйле, тиҙәр. Тырнаҡҡа баҫыу теш һыҙлауҙы ла бөтөрә. Урта бармаҡ ҡан әйләнешен көйләй ала. Һуҡ (исемһеҙ) бармаҡты ышҡыһаң, нервың тынысланыр, ти белгестәр.

Устың ҡап уртаһына массаж яһау йөрәкте баҫа, арығанлыҡты бөтөрә. Шуныһы ла бар: тырнаҡ төбөнә ауыртҡансы сәнсеү инсульттан ҡотҡара, кинәт баш әйләнеүен туҡтата, иҫтән яҙмаҫҡа ярҙам итә.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: