Омск ҡалаһында булған хәл. Ҡоймаҡ ашау ярышында бер ҡатын үлгән. Ризыҡ 38 йәшлек Татьянаның тамағына торған. Күреүселәр әйтеүенсә, тәүҙә ул йүткергән, тик ҡоймаҡ тығылып торһа ла, ашауын дауам иткән һәм еңгән дә. Әммә ҡапыл күгәрә, быуыла башлаған. Уға ярҙам итергә тырышҡандар, дежур табип та килгән, тик бер нәмә лә эшләй алмаған. “Тиҙ ярҙам” килеп, бары үлемен раҫлаған.
Әле фажиғәне прокуратура тикшерә. Байрамды ойоштороу кимәле, шарттары тикшереләсәк.
Әйткәндәй, үлгән ҡатын йыш ҡына шифаханаларға (таныштары һөйләүенсә һәм социаль селтәрҙәге фотоларҙан күренеүенсә) йөрөгән, тимәк, сәләмәтлеге бик шәптән булмауы ла ихтимал. Татьянаның таныштары уны нисек конкурсҡа индереүҙәренә аптырай.
Ниндәй ҙә аңһыҙ үлем!..