Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2023, 14:45

Ҡотҡарыусылар туристарға ярҙам иткән

Төндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы ҡотҡарыусыларына Өфөнән бер төркөм туристарҙың ҡаргиҙәрҙә йылғала батыуы тураһында хәбәр килә. 

Ҡотҡарыусылар туристарға ярҙам иткән
Ҡотҡарыусылар туристарға ярҙам иткән

Туристарҙың яҡынса ҡайһы тирәлә булыуы, барыһының да имен-аман булыуы асыҡланғас, улар артынан Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары "Хивус" һауа мендәрендәге суднола юлланған. Үҙҙәренә мажара эҙләп йөрөгән туристар, артабан юлды дауам итә алмағас, йылға уртаһындағы кескәй утрауҙа туҡтаған булған. Бер ҡаргиҙәрҙәре боҙ аҫтына төшөп киткән, уны үҙ аллы сығара алмағандар. Ярай ҙа үҙҙәре менән аҙыҡ-түлек алғандар, усаҡ яғып йылынғандар.

Һигеҙ кешене сығарыр өсөн ике рейс яһарға тура килгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: туристик маршрутҡа сығыр алдынан Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында теркәлергә кәрәк! Именлегегеҙ - үҙегеҙҙең ҡулда! 

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: