Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2023, 16:30

Муттар өсөн ял юҡ

Өфөнән 74 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кеше шылтыратып, ейәнсәренең ҡурҡыныс аварияға тарыуы, тиҙ арала дарыуға аҡса кәрәклеге хаҡында хәбәр иткән. Етмәһә, юл-транспорт ваҡиғаһында тап ейәнсәре ғәйепле булып, уға ҡарата енәйәт эшен асмаҡсылар, имеш. Йөрәгенә тотонған ҡатынды шылтыратыусылар тынысландырған, йәнәһе лә, аҡса ярҙамында мәсьәләне ыңғай хәл итергә мөмкин.  

Муттар өсөн ял юҡ
Муттар өсөн ял юҡ

Һөҙөмтәлә пенсионер аферистарға 300 мең һум аҡсаһын биреп ебәргән.

Стәрлетамаҡтан 57 йәшлек ҡатынды ялған "банк хеҙмәткәре" алдаған. Һеҙҙең исемгә кредит алырға маташалар, быға юл ҡуймаҫ өсөн үҙегеҙгә кредиттар алып, "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә кәрәк, тигәнгә ышанған ҡатын 600 мең һумға яҡын аҡсаны мутлашыусыларға "бүләк иткән".

Тағы ла бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: билдәһеҙ кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, социаль селтәр аша аралашҡанда ла һаҡ булығыҙ! Аферистар номерҙарҙы алмаштырып шылтырата ала (мәҫәлән, ысын финанс учреждениеһы, полиция бүлеге номерынан), алдана күрмәгеҙ. Яҡындарығыҙҙы мутлашыусыларҙың схемалары тураһында иҫкәртеп тороғоҙ. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: