Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2023, 21:30

"Күптән көтөлгән һәм ҡыҫҡа ғына осрашыу"

Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаевтың улы Азамат былтыр мобилизацияға эләккәне тураһында беҙ хәбәр иткәйнек. Ошо көндәрҙә гуманитар ылау оҙата барғанында атаһы менән улы осрашыу бәхетенә ирешкән.

"Күптән көтөлгән һәм ҡыҫҡа ғына осрашыу"
"Күптән көтөлгән һәм ҡыҫҡа ғына осрашыу"

Радмир Фитрат улы хәбәр итә:

- Беҙҙең мобилизацияланған яугирҙәргә һәм шайморатовсыларға сираттағы ярҙамды алып барҙыҡ. Адреслы посылкалар, яҡын-туғандарҙан хат-хәбәр менән егеттәргә баймаҡтар кәрәкле әйберҙәр, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек тапшырылды. Гуманитар ылауҙы әҙерләгәндә хеҙмәт коллективтары, ауыл биләмәләре, йәмәғәт ойошмалары, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашҡан.

Егеттәр туғандары һәм ғаиләләре ебәргән посылкаларға айырыусы ныҡ шатланды. Улар шунда уҡ мәктәп уҡыусылары яҙып ебәргән хаттарҙы асып уҡыны.

Яугирҙәрҙең кәйефе көр. Улар ысын ир-егет төҙөнә ингән һәм бер аҙ арыған. Баймаҡтарға, дуҫ-туғандарына, яҡындарына рәхмәт һәм сәләм һүҙҙәрен еткерҙе.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: