Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2023, 09:35

Көн торошо

Башҡортостанда алдағы ике көндә лә ҡарлы һауа торошо һаҡлана.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн ҡар яуа. Айырым райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -1,-6 градус тәшкил итәсәк.

 

Дүшәмбе, 27 февралдә, шулай уҡ ҡар, урыны менән көслө ҡар яуыуы, көндөҙ епшек ҡар яуыуы фаразлана. Айырым райондарҙа буран сығыуы, электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2,-7, көньяҡ-көнсығышта 12 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 1,-4 градус.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: