Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2023, 14:15

Имен юлдарҙа йөрөгөҙ!

Төбәгебеҙҙә насар һауа торошо һаҡлана. Синоптиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, ҡар циклоны һәм көслө ел тағы ла бер нисә көн дауам итәсәк. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ, ҡайһы бер участкаларҙа күреү мөмкинлеге 100 метрға тиклем генә.

Имен юлдарҙа йөрөгөҙ!
Имен юлдарҙа йөрөгөҙ!

Ҡатмарлы һауа шарттарында юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында бөгөн республика Дәүләт автоинспекцияһының үҙәк аппаратының өҫтәмә 18 экипажы эшкә сыҡҡан. Федераль юлдарҙан тыш,  "Өфө-Яңауыл", "Өфө-Шишмә-Ҡырғыҙ-Миәкә", "Өфө-Зубов-Шишмә", "Дүртөйлө-Нефтекама", "Өфө-Инйәр-Белорет", "Өфө-Иглин-Ҡыҙылъяр-Павловка" автомобиль юлдарында экипаждар һаны арттырылған.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: