Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2023, 21:45

Өфөлә поезд аҫтында ҡалған ир дауаханала үлгән

Поезд аҫтына эләккән ир дауаханала вафат булған. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иткәндәр.

Өфөлә поезд аҫтында ҡалған ир дауаханала үлгән
Өфөлә поезд аҫтында ҡалған ир дауаханала үлгән

Бәхетһеҙ осраҡ 26 февралдә «Парковая» станцияһында теркәлгән: 38 йәшлек ир поезд аҫтында ҡалған. Зыян күреүсенең башы ауыр йәрәхәтләнгән, уң ҡулы өҙөлгән.

Яраланған Өфө егетен дауаханаға алып киткәндәр, ләкин табиптар уны ҡотҡара алмаған. Ир кешенең организмы операцияны түҙмәй.
Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: