* Һөтлө йәшел сәй арыуҙан арындыра. Ул 6 сәғәткә тиклем тонусты һаҡлай.
* Күҙҙә ялҡынһыныу процесы булғанда ла ярҙам итә. Бигерәк тә арпа сыҡҡанда бик яҡшы дауалау сараһы һанала.
* Һалҡын тейгәндә лә һөтлө йәшел сәй эсергә тәҡдим ителә. Ул тымауҙан яҡшы дауа булып тора.
* Һөтлө Ҡытай йәшел сәйе теш ауыртыуын баҫа, кариестан һаҡлай.
* Бындай сәй организмдан кадмий, терегөмөш, ҡурғаш кеүек ауыр металдарҙы сығарырға булышлыҡ итә.
* Ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһын дауаларға ярҙам итә.
* Организмда таштар барлыҡҡа килеү процесын тотҡарлай.
* Йәшле сәйҙән әҙерләнгән компрестың янған урындарҙы дауалағанда файҙаһы тейә.