Ахмед исемле йәш кешенең кәүҙәһен Сүриәлә Атариб районында ер тетрәгәндән һуң емереклектәр аҫтынан тапҡандар. Табиптар уның йөрәге тутауҙан үлеүен теркәгән.
Артабан ирҙең кәүҙәһен ике көнгә моргка һыутыҡыс камераға урынлаштырғандар. Ерләр алдынан тоҡҡа һалғандар, ә матәм ваҡытында ул ҡапыл ҡыбырлап киткән.
Ахмеда Аль-Магриби ниндәйҙер мөғжизә менән тере ҡалған, уны ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатҡандар. Әле саҡ үлмәй ҡалған егеттең хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана.