Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2023, 18:16

Бик шәп концерт буласаҡ!

7 мартта Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йорто Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған «Яңы һулыш» өр-яңы концерт программаһына саҡыра.  

Бик шәп концерт буласаҡ!
Бик шәп концерт буласаҡ!

 

Тамашасыларҙы билдәле һәм яратҡан йырҙар, заманса эшкәртелгән композициялар көтә. Концерт программаһында республикабыҙҙың билдәле артистары: үҙенсәлекле Zainetdin, йырсы, йырҙар авторы, республика, халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты Зилиә Бәхтиева, башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы Гөлназ Фәхертдинова сығыш яһаясаҡ.

«Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – йылдың иң матур һәм наҙлы байрамы. Был гүзәл заттарыбыҙға тағы бер тапҡыр йылы һүҙҙәребеҙҙе әйтеү мөмкинселеге. Билдәле артистар тамашасылар менән яҙғы кәйефе менән уртаҡлашасаҡ. Яҙҙың иң матур байрамын беҙҙең концертта ҡаршыларға саҡырам»,  — ти Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йорто мөдире Заһир Ишкинин.

Билеттарҙы «Пушкин картаһы» менән алырға мөмкин https://rcntrb.com/ru/anons/meropriyatiya-po-pushkinskoj-karte/7676-kontsert-priurochennyj-k-mezhdunarodnomu-zhenskomu-dnyu-yany-khulysh.

Концерт 18:00 сәғәттә башлана. Адресы: Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17.

Белешмәләр өсөн телефон: 8-937-35-46-710.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: