Водителдәргә һәм йәйәүлеләргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш ителә. Руль артында киҫкен маневр яһарға ярамай. Мөмкинлек булһа, алыҫ араға сәфәрҙе кисектереп торорға кәрәк, әгәр был мөмкин булмаһа, яғыулыҡ, йылы әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һәм эсемлек запасы тупларға кәрәк.
26 февралдә киске сәғәт 8-ҙән 27 сәғәт 8-гә тиклем республикала болотло һауа торошо фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр, урыны менән 15-20 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә -3,-8, көндөҙ 2,-3 градус.