Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2023, 15:50

Ҡайғылы хәбәр еткерәбеҙ: яҙыусы Рәшит Сабитов вафат булған

Танылған яҙыусы, шағир, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, СССР-ҙың матбуғат отличнигы, бик күптәрҙең бала сағын мажаралы әҫәрҙәре менән биҙәүсе Рәшит Мәхмүт улы Сабитовҡа бер айҙан 86 йәш тулған булыр ине. "Йәшлек"тәр мәрхүмдең яҡын-туғандарының ҡайғыһын уртаҡлаша, уларға сабырлыҡ теләй.

Ҡайғылы хәбәр еткерәбеҙ: яҙыусы Рәшит Сабитов вафат булған
Ҡайғылы хәбәр еткерәбеҙ: яҙыусы Рәшит Сабитов вафат булған

Белешмә:

Яҙыусының «Йәшлегем йөҙө» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1980 йылда баҫылып сыҡҡан. Артабан бер-бер артлы 1981 йылда «Ыласындар бейек оса», 1985 йылда «Ҡыйғаҡ‑ҡыйғаҡ ҡаҙ ҡысҡыра», 1988 йылда «Һүнгән йондоҙ яҡтыһы» хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары донъя күрә. Балалар өсөн яҙылған «Һаумы, мәктәп!» (1983), «Мин нефтсе булам — Я буду нефтяником» (1987) китаптары ла бар. Уның шиғырҙарына композиторҙар Н.Ғ. Сабитов, Д. Д. Хәсәншин, Х. Ф. Әхмәтов һ.б. йырҙар яҙған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: