Дизель яғыулығы түгелмәгән, машина ғына механик зыян күргән.
Шулай уҡ Бөрө районында, Өфө-Яңауыл юлының 91-се саҡрымында, ике юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Көндөҙгө сәғәт өстә булған аварияла "Datsun" менән "Daewoo Nexia" бәрелешһә, һуңғараҡ "Лада Гранта", ВАЗ-2110 һәм "Volkswagen Polo" машиналары бәрелешкән.
Кешеләр имен-һау.
Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашыусыларға оператив ярҙам күрһәткән, транспорттың өҙлөкһөҙ хәрәкәтен ойошторған.
Фото: БР ЮХХДИ.