Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2023, 14:00

Воскресенк баҡыр иретеү заводы бөтә донъяға танылыу яулай

Мәләүез районындағы Воскресенк баҡыр иретеү заводын халыҡ-ара кимәлдә танынылар, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә. 

Воскресенк баҡыр иретеү заводы бөтә донъяға танылыу яулай
Воскресенк баҡыр иретеү заводы бөтә донъяға танылыу яулай

  Туризмды үҫтереү күҙлегенән ҡарағанда, беҙҙең иң ҡыҙыҡлы проекттарҙың береһе – Мәләүез районындағы Воскресенк баҡыр иретеү заводын халыҡ-ара кимәлдә танынылар.   Уны Юнесконың Бөтә донъя мираҫының алдан төҙөлгән исемлегенә индерҙеләр.

Воскресенск баҡыр иретеү заводы – Көньяҡ Уралдағы иң ҙур һәм боронғо металл етештереү үҙәге.   Ул 1745 йылда төҙөлгән.  150 йыл эшләү дәүерендә 27,7 мең тонна таҙа баҡыр етештергәндәр. 

Күптән түгел, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә, завод биләмәһен  төҙөкләндерҙек.
 Бында “Воскресенск заводы Арт-үҙәк” матур йәмәғәт киңлеге барлыҡҡа килде.  Планда – Нестеров исемендәге  художество музейының филиалы булған Воскресенск картиналар галереяһын реставрациялау.  Ул заводтан алыҫ түгел һәм берҙәм тарихи-мәҙәни комплексты тәшкил итә.  

Ғәжәйеп сәнәғәт мираҫын һаҡлау буйынса республикала эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Башҡортостандың башҡа райондарында ла ҡыҙыҡлы объекттар бар.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: