Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2023, 18:01

Тамерлан Илһамовҡа — Рәсәй Геройы исеме

 27 йәшлек Тамерлан Илһамов үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды.   

Тамерлан Илһамовҡа — Рәсәй Геройы исеме
Тамерлан Илһамовҡа — Рәсәй Геройы исеме

  Контракт буйынса Сүриәлә, Тажикстанда хеҙмәт иткән. Тәүгеләрҙән булып Украинаға махсус хәрби операцияға китә. Былтыр июлдә үлемесле яралана.

Тыуған төйәгендә батыр һалдатты хөрмәтләп иҫкә алалар.    Әбйәлил районы Асҡар ауылы гимназияһында таҡтаташ асылды. Уҡыусылар Герой хаҡында мөмкин тиклем күберәк кеше белһен өсөн видеолар төшөрә.

Тамерландың хеҙмәттәштәре һөйләүенсә,  уларҙың хәрби бүлексәһе дошман утына    эләккән. Украина хәрбиҙәренең туғыҙ ракетаһын кире ҡаҡҡандан һуң, әүҙем хәрби  ғәмәлдәр менән утты үҙҙәренең өҫтөнә алғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла һәләк булған.  

“Ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Тамерлан Илһамов үлгәндән һуң Генерал  Шайморатов орденына һәм Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды”, – типе һөйләйҙәр  “Башҡорт батальоны"нда. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: