Уны "Шүлгәнташ" музейы Кубогына ойошторолған уҡтан атыу буйынса республика турниры асты. Турнирҙа Башҡортостандан 50-нән ашыу иң көслө уҡсы ҡатнашты. Иртәнге сәғәт 10-да башланған ярыш кискә генә тамамланды. Фестивалдә ҡатнашыусы ҡунаҡтар уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Үҙҙәренең көсөн һәм таҫыллығын һынап ҡарарға теләүселәр өсөн "Урал вариҫтары" халыҡ спорт уйындары ойошторолдо. Ололар һәм балалар тоҡ менән һуғышыу, канат тартыу кеүек ярыштарҙа көс һынашты. Яҡын-тирәләге ауылдарҙан "Ағинәйҙәр" коллективтары самауыр һәм ҡоймаҡ байрамын, йәрминкә ойошторҙо. Фестиваль башҡорт эстрада артистары һәм «Йәнбикә», «Йәнгүзәл» и «Умырзая» фольклор коллективтары ҡатнашлығында матур концерт менән тамамланды. Сарала Башҡортостан ҡунағы, «Нижневартовской НИПИнефть» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Виктор Белозеров та ҡатнашты ул байрам башҡорт йолалары рухында үтеүен билдәләне. Шулай уҡ Белозеровтар музейға һоҡланыуын да белдерҙе. - До закрытия дальних залов, до 2018 года я успел посмотреть на оригиналы древних рисунков. Поэтому мне очень интересно было посмотреть именно на факсимиле. Копии высококлассные. Все рекомендую посетить музей, копии соответствуют реальности, – тине Виктор Белозеров. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре , уҡсылар турнирын ойоштороусыларҙың береһе Рәйес Низаметдинов, фестивалдең ныҡ юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Уның фекеренсә, турнирҙың дауамы булырға тейеш.