25 февралдә Петропавловск-Камчатскийҙан 170 саҡрым алыҫлыҡта, 64 саҡрым тәрәнлектә 6,1 балл магнитудалы ер тетрәгән (көслө категорияға ҡарай), тип хәбәр итә Рәсәй Фәндәр академияһы берҙәм геофизика хеҙмәтенең Камчатка филиалы.
Ер һелкенеү урындағы ваҡыт буйынса киске 7-се 25 минутта (Өфө буйынса 12-се 25 минутта) һиҙелә, әле ентекле мәғлүмәттәр асыҡлана.
Фото: Т. Аманов