Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2023, 12:20

Ҡортсолоҡҡа арналған форум башланды

Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында  ҡортсолоҡто үҫтереү буйынса форум үҙ эшен башланы.  

Ҡортсолоҡҡа арналған форум башланды
Ҡортсолоҡҡа арналған форум башланды

 Унда тармаҡтың алдынғы ғалимдары, Башҡортостандан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән билдәле умартасылар ҡатнаша.  

Форумдың төп ултырышында тармаҡты үҫтереүҙең төп юлдары хаҡында фекер алышасаҡтар.  Пленар ултырыштың модераторы БР Хөкүмәте  Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалғы министры Илшат Фәзрәхмәнов. 

Сара барышында оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк, тәжрибәле балсылар үҙҙәренең эш алымдары менән таныштырасаҡ.  Шулай уҡ “бал ҡорттарының иемнлеге һәм сәләмәтлеге”, “Бал ҡорттарының йәшәү мөхитен һаҡлай” һәм башҡа темаларға түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү ҡаралған. Форум аҙағында фекер алышыуҙар буйынса эшлекле  тәҡдимдәр ҡабул ителәсәк.

Фото:Т.Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: