Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2023, 21:00

МУЙЫЛ КҮҘЛЕ ҠУСТЫМ МИНЕҢ

Ҡараштарың хәтерләтеп Муйылды, Йөрәктәргә һағыш булып Уйылды. Ҡырау һуҡты сәскә атыр Мәлеңдә. Ҡалай ғына уйлаһаң да Йәл инде. Туйҙарыңда өлгөрмәнек Бейеп тә, Улдарыңды, ҡыҙҙарыңды Һөйөп тә. Ҡара күҙең мәңгелеккә Ябылған. Эй, Хоҙайым, йәшәһәсе Ни булған? Сәскәйҙәре ҡара ине Дегеттән. Мәхрүм ҡалдыҡ шундай ипле Егеттән. Муйыл күҙле ҡустым минең Илаттың. Ваҡытынан алда гүргә Ник яттың? Эләктеңме йәп-йәш көйө Монарға? Аяуһыҙ ҙа заман асҡан Һунарға? Ил һаҡланың, һаҡламаны Һине ил... Йөрәктәрҙе ҡороштора Әсе ел. Ғәзиздәрҙән ғәзиз генә Туғаным, Теләйексе ожмахтарҙа Булғанын.   (Гөлнара Хәлфетдинова)

МУЙЫЛ КҮҘЛЕ ҠУСТЫМ МИНЕҢ
МУЙЫЛ КҮҘЛЕ ҠУСТЫМ МИНЕҢ

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: