Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2023, 13:02

Көнсөллөк ҡот осҡос фажиғәгә килтергән - өс ғаиләне ҡара ҡайғыларға һалған...

Миәкә районынан ӨДНТУ студенты, 22 йәшлек Т. өс кешенең башына еткән.

Көнсөллөк ҡот осҡос фажиғәгә килтергән - өс ғаиләне ҡара ҡайғыларға һалған...
Көнсөллөк ҡот осҡос фажиғәгә килтергән - өс ғаиләне ҡара ҡайғыларға һалған...

Ҡырғыҙ-Миәкәнән 22 йәшлек Т. менән 16 йәшлек В. дуҫлашып йөрөгәндән һуң, ташлашһалар ҙа, үҙ-ара аралашып торғандар. Үҫмер ҡыҙ яңыраҡ Һыуыҡкүл-Михайловка ауылынан 20 йәшлек В. менән йөрөй башлаған. Т. ҡыҙҙы көнләшеп, кисә кис бысаҡ, сүкеш алған да, атаһының машинаһына ултырып, ҡыҙ менән егетте аңдырға сығып киткән. Уңайлы мәлде һағалап, ул икеһен дә ҡат-ҡат сәнскеләп үлтерә. Һуңынан, енәйәт эҙен йәшерер өсөн, атаһының машинаһын өйгә алып ҡайтып ҡуя ла, үҙенең “ВАЗ-2114” автомобилендә Өфөгә юллана. 

Үҫмер ҡыҙыҡайҙы машина янында (уның тәнендә 15 бысаҡ эҙе була), егетте машина эсендә табалар. Тәфтиш-оператив төркөм енәйәттә ғәйепләнеүсегә ориентировканы яҡын-тирәләге райондарға тарата.

Ориентировкала күрһәтелгән “ВАЗ-2114” машинаһын Әлшәй районы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күреп ҡала.

Т. полициянан ҡасып, юлдың ҡаршы һыҙатына сыға һәм аталы-уллы Хәкимовтар китеп барған “Лада Гранта” машинаһына маңлайға-маңлай бәрелә. “Гранта” водителе, 61 йәшлек Өлфәт Хәкимов, үлемесле йәрәхәттәрҙән йән бирә. Ғүмер буйы водитель булып эшләгән ирҙең 34 йыл эсендә бер бөртөк штрафы ла булмаған.. Уның 37 йәшлек улының ҡул суғы һынған, янбашы имгәнгән.

Ә кеше үлтереүсенең мейеһе һелкенгән, аяҡ-ҡулдары һынған, иңбашы йәрәхәтләнгән. Реанимация алдынан тәфтишсегә, махсус рәүештә юлдың ҡаршы һыҙатына сыҡтым, ике кешене үлтергәс, йәшәгем килмәгәнен аңланым, тип һөйләп өлгөргән.   

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас