Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраля 2023, 12:14

Голланд ләләләрен эҙләмәгеҙ

Март етеп килә, тимәк, тиҙҙән тюльпандар һатыуға сығарыла башлаясаҡ. Уларҙың күбеһе үҙебеҙҙә үҫтерелгән буласаҡ.

Голланд ләләләрен эҙләмәгеҙГолланд ләләләрен эҙләмәгеҙ
Голланд ләләләрен эҙләмәгеҙ

Рәсәй сәскә үҫтереүселәренең милли ассоциацияһы идаралығы рәйесе Алексей Антипов белдереүенсә, Голландиянан тюльпандарҙың әҙ килеүе санкцияға ла, коронавирусҡа ла, башҡа тышҡы сәбәпкә лә бәйле түгел, ә бары тик импортты алмаштырыу тип аңларға кәрәк.

Рәсәйҙә хәҙер ләлә үҫтереүселәр күп. Был – килемле бәләкәй бизнес. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә һатыуҙа тюльпандар бик популяр була. Раузаларҙан һуң, әлбиттә. Марттың тәүге аҙнаһында ғына ләлә сәскәһе 150 миллиондан ашыу данала һатыла.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас