Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2023, 11:25

Бөгөн - Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы көнө

1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт ССР-ның Юғары Советы республиканың рәсми символы буласаҡ яңы флагты раҫлай.

Бөгөн - Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы көнө
Бөгөн - Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы көнө

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина аңлатмаһы ("Бәйләнештә" селтәренән):

"Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы зәңгәр, аҡ, йәшел (өҫтән аҫҡа) буйлы дүрткел туҡыманан ғибәрәт. Аҡ төҫтөң уртаһында ете тажлы ҡурай сәскәһе менән түңәрәк эмблема бар. 

БР дәүләт символикаһы тураһындағы законда флагтың төҫтәре аңлатыла: зәңгәр төҫ - яҡтылыҡты, ғәҙеллекте, республика халыҡтарының уй-ниәттәренең изгелеген, аҡ - тыныслыҡты, асыҡлыҡты, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлекте,  йәшел төҫ - азатлыҡты, тормоштоң мәңгелеген белдерә.

Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы, уның ете тажы Башҡортостан халыҡтарын берләштереүгә нигеҙ һалыусы ете ырыу".
#Башҡортостан #флаг #государственныйсимвол

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: