Бикбулатта «Беҙ Ҡыпсаҡ ырыуы, Лоҡман Хәким нәҫеленән» тип аталған шәжәрә байрамы үткән.
Марат Исҡужин социаль селтәрҙә яҙыуынса, унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов һәм Татарстандан ҡунаҡтар килгән.
Бикбулат “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша.
“Был конкурс ауыл халҡын тағы ла нығыраҡ берләштерҙе. Улар хәҙер финалға әҙерләнә. Даими рәүештә спорт, мәҙәни, күмәк кеше ҡатнашҡан саралар уҙғаралар, барыһы ла әүҙемлек күрһәтә. Бикбулаттар район сараларында ла ҙур теләк менән ҡатнаша”, - тип яҙған район хакимиәте башлығы.
Байрамда ете тирмә ҡоролған, ғаиләләр үҙ шәжәрәләре менән таныштырған.
Татарстандан яҡташыбыҙ Рәхимә Вәлиуллина ҡайтҡан, “ТАТМЕДИА” йәмғиәте филиалы - “Саба дулкыннары” телерадиокомпанияһынан Әлфиә Мөбәрәкова ла килгән. Фотоһүрәттәрҙә тағы бер яҡташыбыҙ, шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Бәширова ла күренә.
Байрам лайыҡлы үткән, ҡыпсаҡтар осрашып-күрешеп ҡыуанған. Тағы ла йышыраҡ осрашығыҙ! Бикбулаттарға конкурста уңыштар!
Фото: vk.com (Марат Искужин).
#МаратИскужин #Кугарчинскийрайон #ТрезвоеСело #АйыҡАуыл #Бикбулат