«Алға» картаһының мобиль ҡушымтаһында һеҙ юл йөрөүгә сығымдарҙы күҙәтә алаһығыҙ. Унда барыһы ла күренә: балансы ла, ниндәй транспорт менән йөрөүегеҙ ҙә, күпме түләүегеҙ ҙә. Бынан тыш, картаны юғалтһағыҙ, “һүндереп” тороу, техник ярҙамға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бар.
Картаға бәйле яңылыҡтар менән танышырға ла була. Банк картаһына бәйләп, виртуаль карта алырға мөмкин.
Мобиль ҡушымтаны телефонығыҙға күсереп алғас (ул бушлай, плей-маркетта), “Алға”ның номерлы яғын сканерларға ғына ҡала.