Кемдәргә тейеш: “әсәлек капиталы”на хоҡуғы булған һәм 3 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләргә. Шул уҡ ваҡытта ғаиләнең йән башына килеме иҫәпкә алына, ул төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумынан ике тапҡырға артмаҫҡа тейеш (2023 йылдың 1 ғинуарынан – 25572 һум).
Күпме: төбәктә билдәләнгән балаға йәшәү минимумы күләмендә. 2023 йылда ул Башҡортостанда 12271 һумға тиң.
Нисек алырға: йәшәгән урын буйынса Социаль фондҡа йә Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә.
Был мөһим! Һәр ғаилә ағзаһына уртаса эш хаҡы йәшәү минимумынан артмаған осраҡта, ғаилә аҙ тәьмин ителгән тип һанала.
Башҡортостанда 2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ул ул хеҙмәткә яраҡлы халыҡ өсөн – 13786 һумға, балалар өсөн 12271 һумға тиң.
Ғаиләнең аҙ тәьмин ителеүселәр категорияһына ҡарауын раҫлаусы белешмәне Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарынан йәки Күп функциялы үҙәктән алырға була.
Һеҙҙең ғаиләнең ниндәй дәүләт ярҙамы саралары менән файҙалана алыуын интерактив онлайн-консультант сервисы ярҙамында белергә мөмкин. Шулай уҡ һорауҙарығыҙҙы 8 (347) 200-80-80 телефоны буйынса белегестәргә бирә алаһығыҙ.