"Башҡортостанда зубрҙар популяцияһын булдырыу идеяһын ғалимдар хупланы – республиканың климаты, тәбиғәтебеҙҙең үҙенсәлектәре ошо һирәк осрай торған хайуандар өсөн тап килә. Проект Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығында яҡлау тапҡан. Федераль министрлыҡ ҡарамағында Башҡортостанда зубрҙарҙы интродукциялау менән шөғөлләнәсәк эшсе төркөм ойошторолған. 18 баш зубрҙан торған беренсе партия беҙгә майҙа килер тип көтәбеҙ. Уларҙы махсус рәүештә Күгәрсен районы биләмәһендә төҙөләсәк вольерҙа урынлаштырасаҡбыҙ. Киләсәктә был хайуандарҙы Урал аръяғы райондарына күсереүгә иҫәп тотабыҙ", - тигән ул.