БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, үлемесле авария «СТУ» троллейбус депоһында булған.
Иртәнге сәғәт биштә 57 йәшлек ир рейсҡа сығырға әҙерләгән троллейбусының тәҙрәһен ҡарҙан таҙартырға тотона. Әммә транспортты ручникҡа ҡуйырға онота. Троллейбус ҡапыл хәрәкәт итә башлай. Водитель күп тонналы ике транспорт араһында ҡыҫыла. Ул алынған йәрәхәттәрҙән урында йән бирә. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшереү башлаған. Уның барышында фажиғәгә килтергән барлыҡ сәбәптәр асыҡланасаҡ.
Суд-медицина экспертизаһы ойошторолған.