– Йәштәр хөкүмәттәре – илебеҙҙә йәштәр үҙидаралығының уңышлы өлгөләренең береһе. Башҡортостандың беренсе саҡырылыш Йәштәр хөкүмәте ағзалары ярайһы уҡ профессиональ һөҙөмтәләргә өлгәште. Уларҙың яртыһынан ашыуы бөгөн республиканың башҡарма власть органдарында структура подразделениеларын етәкләй, муниципаль хакимиәттәрҙә эшләй, ҙур коммерция ойошмаларына етәкселек итә, – тип билдәләне Андрей Назаров. Премьер-министр әйтеүенсә, «йәштәр хөкүмәтендә эш үҙенсәлекле карьера лифтына әүерелде» һәм был башланғыстарҙы нығытыу бурысын ҡуйҙы.
– Йәштәр идараһы мәктәбен үтеп, дәүләт власы органдары эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт алғас, һәләтле йәштәр тыуған республикаһы именлеге хаҡына үҙ эштәрен дауам итеү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең Йәштәр хөкүмәттәре рейтингында тәүге унау иҫәбенә инә. Бында амбициялы бурыс ҡуям – ошо һөҙөмтәне уҙып китеү һәм тәүге өсәү иҫәбенә инеү, – тип билдәләне Андрей Назаров.
Ултырышта йәштәр министрҙары буласаҡ эштең төп йүнәлештәре менән таныштырҙы, улар көн элгәре республикаға килгән Рәсәй Йәштәр хөкүмәттәре ассоциацияһы рәйесе Кирилл Пахотин менән берлектә проект төркөмдәрендә эшләне. Башҡортостандың икенсе саҡырылыш Йәштәр хөкүмәте рәйесе Вилдан Иҫәнгилдин команданы «кадрҙар», «проект» һәм «эксперт» йүнәлештәре буйынса тәҡдим итте.
Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук һүҙҙәренсә, йәштәр хөкүмәте яңы составта йәштәрҙең «тауышы» булырға тейеш. Сараларҙы тормошҡа ашырыусы структура ғына түгел, йәштәр сәйәсәте системаһының тулы хоҡуҡлы актёры ла – дәүләт-йәштәр системаһы буйынса һөҙөмтәле аралашыуҙы яйға һалып, булған проблемаларҙы бергәләп хәл итә.
– Алда беҙҙең күп бурыстар тора. Уларҙы хәл итеү зарурлығы республикабыҙ халҡының тормошон һәм ихтыяждарын билдәләй. Бында беҙ һеҙҙең ярҙамға һәм республика башҡарма власть органдары етәкселәре менән үҙ-ара килешеп эш итеүгә иҫәп тотабыҙ. Ошоға бәйле кварталға бер тапҡыр министрҙарыбыҙҙың йәштәр Хөкүмәте ағзалары менән осрашыуҙарын үткәреү маҡсатҡа ярашлы булыр, тип уйлайым, – тине Премьер-министр.