Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраля 2023, 06:30

Шыйыҡ ҡамыр менән тауыҡ бәлеше

Оҙайлы ялдарҙа рәхәтләнеп бешеренәйек әле.

Шыйыҡ ҡамыр менән тауыҡ бәлешеШыйыҡ ҡамыр менән тауыҡ бәлеше
Шыйыҡ ҡамыр менән тауыҡ бәлеше

 

Майланған табаға башта йоҡа ғына итеп теленгән картуф, уның өҫтөнә -  һуған, ваҡ киҫәктәргә туралған тауыҡ ите һалып, тоҙлап, ҡара борос һибеп, майонез һыларға.  2 йомортҡаға 100 г ҡаймаҡ, 100 г майонез, 0,5 балғалаҡ сода, 2 стакан он һалып ҡамыр эшләргә. Ошо массаны  эслек өҫтөнә ҡойорға.

Бәлеште 45– 50  минут 180 градуслы мейестә бешереп алғандан һуң, табанан алмай ғына киҫәктәргә бүлеп, табынға бирергә.

Фото: souspark.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас