Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2023, 13:40

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рөстәм Нәбиевты Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләне

Был хаҡта блогер социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рөстәм Нәбиевты Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләне
Рәсәй Президенты Владимир Путин Рөстәм Нәбиевты Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләне

«Бөгөн илебеҙ президентынан награда алдым», - тиелә яҙмала, әммә нимә өсөн икәнлеге аныҡланмай.

 

22 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ошо Орденды уға шәхсән үҙе тапшырҙы.

 

Был дәүләт наградаһы милләттәр һәм халыҡтар дуҫлығын һәм хеҙмәттәшлеген нығытыуға өлөш индергәндәргә, шулай уҡ мәҙәниәттәрҙе яҡынайтыуға, тыныслыҡты нығытыуға йүнәлтелгән уңышлы эшмәкәрлек өсөн тапшырыла.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: