Йола буйынса Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан ойошторолған был сарала быяла, күн, ағас, таш, металл, керамика, фарфор, фаянс, туҡыма, кейеҙ, батик әйберҙәр ҡуйыла. Шулай уҡ һеҙ ҡурсаҡтар, сүкелгән изделиелар, биҙәүестәр менән таныша һәм һатып ала алаһығыҙ.
Йәрминкәлә оҫта булараҡ ҡатнашыу өсөн ошонда теркәлегеҙ: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSdBMy9atpA_2j1Sg6UUNvdDbT97rQPJnFDukSX7irbTLAKTqQ/viewform.
Йәрминкә "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса уҙғарыла. Әйткәндәй, теркәлгән үҙмәшғүлдәргә унда ҡатнашыу бушлай.
Белешмә телефоны: «Мой бизнес» РБ: 8 (347) 224-99-99